Йәннәт баkсаһы
Биография Гузаль Ситдыковой - в рубрике "Члены правления".
Произведения - смотрите в подрубриках этой темы
Бәхилләшеп таңда юлға сыkтым,
Шулай сығыу икән - хаж йолаһы,
Юлыбыҙҙы kояш аймап бара,
Балаҫ итеп һалып ал юлағын.
Тәҙрәһенән баkhам осағымдың,
Быуаттарҙы үтә бағам төҫлө,
Аҡ һөйәге менән бабаларҙың
Күперләнгән кеүек тупраҡ өҫтө.
Кем барышлай ҡалған, кем ҡайтышлай,
Хаж һуҡмағын беҙгә таҡырайтып,
Бөгөнгөләй, йәйғор юлы менән
Тапҡыр булмай барып, тапҡыр ҡайтып.
Йәйәүләп тә ҡибла эҙләгәндәр,
Ғазап сигеп, ҡибла төҙләгәндәр,
Яҙлыҡтырмай изге сығанаҡты,
Киләсәкте беҙҙең күҙләгәндәр.
Төҙләп торғас иман маяҡтарын,
Ни күрһә лә халҡым аҙашмаған,
Сабах намаҙ менән таң ҡаршылап,
Кисен тәре үбеп, алдашмаған.
Егерменсе йөҙҙә ауаз килгән:
Ҡибла тигәнегеҙ ялған, имеш.
Шағирҙар ҙа хатта баҙап ҡалған,
Ҡайҙа, тиеп, Алла, ҡайҙа Иблис.
Әҙәмдәрҙән Алла яһағандар,
Һәм дәһрилек ҡылыс һелтәп елгән.
Ҡәберҙәргә күскән күпме Ҡөръән,
Аҡ күперҙәр ергә һеңгән... Һеңгән...
Ҡыйылып та ҡалҡҡан йәш ай - һилал
Үҙ ишкәйен тапмай манарала,
Мәсет-клубта иҫерек йәштәр йыры
Таңға тиклем тынмай, йән яралап.
Иблис йөрөй бейеп араларҙа,
Бейеп йөрөй ҡәбер өҫтәрендә,
Ҡайҙа ла, тип, миңә ишек асыҡ,
Урын бар, тип, һәр кем өҫтәлендә.
Белеүсе аҙ ҡайҙа хәләл, хәрәм,
Инә белмәй ҡыҙын, ата - улын,
Иман осҡан күңел бушлығына
Һәр тарафтан инә шайтан тулып.
Ярлыҡаныу эҫтәп сәфәр сыҡтым,
Киләсәккә төҙләр өсөн Ҡиблам;
Ап-аҡ күпер - аяҡ аҫтарымда,
Юл яңыртып киләм һиңә, Илаһ, Яҙыҡтарым өсөн илап-илап.
Гузель Ситдикова




